Мәскәү урбанистика үҙәге баш ҡала үҫеше буйынса программа әҙерләгән. Унда Өфө һәм Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте менән бәйле шәхестәргә һәйкәлдәр урынлаштырыу тәҡдиме лә күрһәтелгән. Өфөнөң Беренсе губернаторы Григорий Аксаков, Черниковск ҡалаһы баш архитекторы Маргарита Куприянова, яҙыусылар Сергей Довлатов һәм Ярослав Гашек, наполеон һуғышы яугиры Евграф Гладышев, ҡотопто өйрәнеүсе Валериан Альбанов, шулай уҡ Урал батырға һәйкәл ҡуйыу ҡаралған. Өфөнөң 450 йыллығы 2024 йылда билдәләнә. Ул федераль кимәлдә үткәрелә.