Юл яны сервисын үҫтереүҙә дифференциялы алым ҡулланыла

Ул республикаға инвесторҙар йәлеп итергә ярҙам итә. Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев билдәләүенсә, быйыл “Инвестиция сәғәте” аша 25 ҙур юл яны комплексын төҙөргә әҙер 16 инвестор үткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Юл буйы сервисына 50 миллион һумдан ашыу аҡса һалыусылар өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелә. Ә 25-тән ашыу эш урыны асылған осраҡта эшҡыуар ер участкаһын аукционда ҡатнашмайынса алырға хоҡуҡлы. Инвесторҙар транспорт һәм инженер инфраструктураһын булдырыуға субсидия ла ала.