Хәйбулла районының Атингән мәктәбендә һуңғы йылдарҙа уҡыусылар һаны кәмеү сәбәпле башланғыс кластар ғына ҡалдырылғайны

Өлкән класс балалары күрше Әбүбәкер ауылына автобуста йөрөп уҡыны. Ошо көндәрҙә Атингән мәктәбе үҙ аллы белем усағы булып яңынан ишектәрен асты. Район хакимиәте белгесе Сәлимә Байгилдина һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мәғариф темаһын дауам итеп. Республика мәғариф һәм фән министрлығы Силәбе өлкәһендәге дүрт мәктәпкә башҡорт кластарын биҙәү өсөн комплекттар бүләк итте. Унда билдәле яҙыусыларҙың портреттары, газета-журналдар, башҡорт алфавиты һәм башҡа күргәҙмә материалдар бар. “Уралым” газетаһының баш мөхәррире Нурия Иксанова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Силәбе өлкәһендә 19 мәктәпкәсә һәм 31 дөйөм белем биреү учреждениеһында башҡорт телен уҡытыу ойошторолған. Бынан тыш, Силәбе ҡалаһының Халыҡтар берҙәмлеге үҙәгендә башҡорт теле дәрестәре алып барыла. Туған тел булараҡ башҡорт телен 4 меңдән ашыу бала өйрәнә.