Уларҙы күп балалы ғаиләләргә Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары һәм #Беҙбергә акцияһы парнеры – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу бүләк итте.
Йомарт Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ролдәрендә Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова. Тәмлекәстәр Өфөнән туғыҙ бала тәбиәләгән Фәттәховтар ғаиләһенә тапшырылды. Яңы йыл байрамын Фәттәховтарҙың балалары көтөп алған - йырҙар өйрәнгән, шиғырҙар ятлаған.
Фәттәховтар ғаиләһенә Президент грантына алынған бүләктәр ҙә тапшырылды. Бындай ярҙам республикала күп бала тәрбиәләгән 50 ғаиләгә ҡаралған. Ғафури, Учалы , Дәүләкән райондарында грант бүләктәре бәләкәстәргә тапшырылған да инде. Унда аҙыҡ-түлек тупланмаһынан тыш, балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары ла бар.
Гүзәл Борханова.