Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле быйылғы йомғаҡлау концерты менән сығыш яһаны

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тамашасы иғтибарына Парижда ЮНЕСКО-ның «Тыныслыҡ илсеһе» исеме һәм «Биш континент»тың алтын миҙалына лайыҡ булған «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы тәҡдим ителде.

Сәхнәлә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡуйылған «Ҡыр ҡаҙҙары» хореграфик композицияһы һәм Һалдат сюитаһы ла күрһәтелде. Шулай уҡ адыгей халыҡтары бейеүе башҡарылды. Концертты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡараны. Тамашанан һуң республика етәксеһе артистар менән аралашып, уларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы.   

Концерт Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтте. Ғәскәровсылар өсөн был тарихи сәхнә. Сөнки бынан 80 йыл элек ансамбль артистары тап ошонда тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан. Артабанғы йылдарҙа ошо уҡ сәхнәлә ижади коллектив тарихындағы оло еңеүҙәр, ҙур юбилейҙар һәм сағыу премьералар үткән. Ғәскәровсылар яҡынлашып килгән йылда ла яңы еңеүҙәргә өмөтләнә, ижади пландар ҡора.

Гөлдәриә Йосопова.