Шаран районының Ҡараҡашлы ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсына әҙерләнә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ул-муниципаль кимәлдә уҙғарылған конкурс еңеүсеһе. Әле Ҡараҡашлылар ауылды тәртипкә килтерә, мәҙәни һәм спорт саралары ойоштора. Хужалар әйтеүенсә, конкурста ҡатнашыу ерле халыҡтың тормошона яңы һулыш өргән. Еңеүгә дәртләнгән  шарандарҙың йәшәйеше менән беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты.

Шәмсүрә Закировның йорто үҙе бер музей. Уның һандығында ошо төбәккә генә хас ҡул эштәрен дә, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын да, боронғо яҙмаларҙы ла табырға була. Хужабикә ата-бабаларынан ҡалған ҡомартҡыларҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Ә бына Тәслимә Хәбирова замандаштары өсөн мираҫ булып ҡалырҙай йомшаҡ мендәрҙәр әҙерләй.

Ауыл биләмәһендә әйтеүҙәренсә, Ҡараҡашлы борондан ҡул эштәре оҫталары менән дан тота. Гүзәл заттар ғына түгел, ир-аттар ҙа. Мәҫәлән, Рузилә Хәләпова һарыҡ йөнөнән кейемдәр бәйләһә, Фәйруз Абдуллин ауыдаштарын селек һеперткеләре менән ҡыуандыра. Йүнсел хужа әҙерләгән һеперткеләр ҡыш алмаштырғыһыҙ ярҙамсыға әйләнә.

Ауылда йәш быуынға өлгө булырҙай уңған, йүсел, ихлас халыҡ йәшәй. Улар матур итеп донъя көтөргә лә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға, спорт менән шөғөлләнергә лә өлгөрә. Бында һәр кеше конкурста еңеү өсөн үҙ өлөшн индерергә тырыша.

Ләйсән Ғибәтова, Дүртөйлө ауыл биләмәһе башлығы

Әле ауылда 1 мең ярым тирәһе кеше йәшәй. Ерле халыҡ күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә. Мәҫәлән, Ғабдрахимовтарҙың, Хәйруллиндарҙың хужалыҡтарына һоҡланмаған кеше юҡ. Әлиә менән Гәрәй Хәйруллиндар умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә башлаған. Улар әйтеүенсә, бал продукцияһы сәләмәтлек өсөн шифалы, әлеге пандемия мәлендә был айырыуса мөһим.

Ҡараҡашлы ауылы сағыштырмаса йәш ауыл, уға нигеҙ һалыныуға 93 йыл. Әммә был төбәк халҡы үҙенең берҙәмлеге, әүҙемлеге менән айырлып тора. Улар урамда яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырыуға ла, юлдарҙы ремонтлауға ла өлгәшкән. Былтыр «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә һыу селтәрҙәре лә ремонтланған. Халыҡ ауыл тирәһен дә, зыяратты ла тәртиптә тота.

Ҡараҡашлы халҡы спортҡа ла, йыр-моңға ла әүәҫ. Ял майҙансығы һәр ваҡыт шат тауыштарҙан гөрләп тора. Волейбол майҙанынан кеше өҙөлмәй. Әле ерле халыҡ хоккей майҙансығы әҙерләгән, шыршы биҙәгән. ә байрамға концерт программаһы әҙер. Оҙон кистәр ҙә өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә үҙ репертуарҙарын барлай.

Рәмзиә Кәримова.