Өфөнөң 162-се күп профилле мәктәбе уҡыусылары Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеүгә өлгәшә.
Барлығы 800 уҡыусы белем алған учреждениела телдәрҙе үҙләштереү буйынса заманса программалар ҡулланыла. Мәктәптә немец телен үҙләштереүсе малай-ҡыҙҙар Германияла эшләргә сертификат алыу өсөн имтихандар тапшыра. Полилингваль мәктәп көндәлеге БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Канаданан Өфө балаларын инглиз теленә өйрәтергә килгән Джереми Саваж малай-ҡыҙҙар дәресен ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле итеп ойошторорға тырыша. Рәсәйҙә ун йыл йәшәгән белгес әйтеүенсә, телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән осорҙа бөтә нескәлектәрҙе иҫәпкә алыу мөһим. Теоретик һәм практик белем еңел, аңлайышлы, ҡыҙыҡлы формала өйрәтелергә тейеш.
Уҙған йылда асылған смарт мәктәптә бер юлы биш телде өйрәнергә мөмкин. Учреждение етәкселеге башҡорт, рус, инглиз, француз, немец телдәрендә иркен аралашҡан белгестәрҙе тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уҡытыусыларҙың һәм балаларҙың тырышлығы яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итә. Мәктәптә ике уҡыусы немец теле буйынса Рәсәй конкурсында еңеүгә өлгәшә.
Полилингваль мәктәптә полиглоттарҙы үҫтереү өсөн матди база даими яңыртыла. Учреждениела алты лингофон кабинеты, һәр бер уҡыу бүлмәһендә интернет, интерактив таҡталар бар. Телдәрҙе үҙләштереү өсөн сит ил белгестәрен йәлеп итеү матур йолаға әйләнә. Немец телен төньяҡ Германиянан Робин Род, француз телен Марсель ҡалаһынан килгән Миколье Соран уҡыта. Уларҙың дәрестәре уйын, йыр-моң, аралашыу нигеҙендә төҙөлә.
Дәрестәргә алыҫтан килгән педагогтарҙы йәлеп итеү малай-ҡыҙҙарҙы сит ил мөхитенә яҡынайтырға ярҙам итә. Етмәһә, уҡытыусылар балалар менән русса аралашыуҙан баш тарта һәм һуңғылары уҡыу программаһынан артта ҡалмаҫ өсөн тырышып тел өйрәнә. Әлбиттә, балаларға артыҡ көс төшмәһен өсөн дәрестәр мауыҡтырғыс итеп ойошторола. Дәрестәрҙән тыш ижади түңәрәктәр һәм спорт уйындары малай-ҡыҙҙарҙың көндәлеген мөмкин тиклем ҡыҙыҡлы үткәрергә ярҙам итә.
Флорида Ким.