Иҫәпте икенсе осорҙа «Динамо» уйынсылары асты, әммә юлаевсылар юғалып ҡалмай 45 секунд эсендә ҡунаҡтар ҡапҡаһына ике шайба индерә алды. Хужаларҙың алтынсы мәрәйенән һуң ҡунаҡтар Өфө командаһы ҡапҡаһына тағы ла ике шайба индереүгә иреште.
Уйын яҡташтарыбыҙ файҙаһына 8:3 иҫәбе менән тамамланды. Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы 47 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһының 5-се баҫҡысын биләй. Иртәгә юлаевсылар Екатеринбургта «Автомобилист» командаһы менән алыша.
Гөлдәриә Йосопова.