«Уфимец» баскетбол клубы был миҙгелдә тәүгә көйәрмәндәр алдында сығыш яһаны

Your browser doesn't support HTML5 video.

Әммә был шарт та спортсыларға еңеү яуларға ярҙам итә алманы. Башҡорт клубы Рәсәй суперлигаһы чемпионаты матчында «Новосибирск» командаһынан 62:75 иҫәбе менән еңелде. Был Дмитрий Иванов тәрбиәләнеүселәренең рәттән алтынсы тапҡыр еңелеүе. Осрашыуҙың иң һөҙөмтәле уйынсылары тип һаҡсы Ивани Русецкий менән үҙәк уйынсы Никита Зверев танылған.

Көйәрмәндәр булған залда уйнау күңеллерәк. Әммә спортсылар бик тырышһа ла еңеүгә ирешә алманы. Уйындың башында уҡ уңышһыҙлыҡҡа тарығас, иҫәп айырмаһын беҙҙең файҙаға үҙгәртеп булманы.

Дмитрий Иванов, «Уфимец» баскетбол клубының баш тренеры

Бөтә серҙәрҙе лә асмайым, сөнки яңы йылдан һуң һеҙҙең комнаад меннә тағы ла осрашабыҙ. Әммә уйын бик яҡшы үтте. Лидер Жигулин менән  аныҡ уйнаныҡ. Ҡайһы бер етешһеҙлектәр күңелде ҡырмаһа, уйынды идеаль тип әйтергә булыр ине.

Владимир Певнев, «Новосибирск» баскетбол клубының баш тренеры

Киләһе матчты өфөләр яңы йылда ситтә уҙғара. 8 ғинуарҙа яҡташтарыбыҙ йәнә «Новосибирск» менән осрашасаҡ. 

Гөлдәриә Йосопова.