Иглин районында хоккей буйынса турнир – миҙгелде асыу кубогы уҙғарылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ярышҡа профессиональ уйынсылар менән бергә һәүәҫкәр спортсылар ҙа сыҡты. Иглин районында ойошторолған ике команда менән Өфө ҡалаһы һәм Нуриман районы хоккейсылары көс һынашты. Беренсе урынды Красная горка ауылының «Вулкан», икенсе урынды Таутөмәндең «Йылан» командаһы яуланы. Был аҙнала Иглин районында ихата командалары араһында хоккей ярыштары ла уҙасаҡ.

Төбәктә коккей спорты һәйбәт үҫешә. Ул балалар һәм өлкәндәр арһында ла популяр спорт төрө. Шуға ла беҙҙә өлкәндәр һәм балалар командалары ла бар. Күптән түгел балалар өсөн хоккей секцияһы асылды.

Наталья Гордеева, Иглин районы хакимиәте йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетының баш белгесе