Нуғай ауылында йәшәүселәр әйтеүенсә, ҡасабала бер нисә көн дауамында электр тәьминәте менән өҙөклөктәр булған. Һуңғы ваҡытта авариялар осраҡтары тағы ла йышая. Хатта 8 сәғәт йылыһыҙ ултырған көндәр ҙа булды, ти урындағы халыҡ. Был мәсьәлә Зинин һәм Жилин ауылдарында йәшәүселәрҙе лә борсой. Һыуҡта утһыҙ ҡалған Нуғай халҡы менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Өйҙә лә походтағы кеүек. Үҙаллы йылытыу , яҡтыртыу ҡорамалдары менән Авзаловтар йыш ҡына ҡулланырға мәжбүр. Бының сәбәбе - электр утын йыш һүндереүҙәре. Был проблема Нуғай һәм уның күрше ауылдарында йәшәүселәрҙең үҙәгенә үткән.
Мәсьәлә һыуыҡтар етеү менән киҫкенләшә. Трансформаторҙарҙың боҙолоуы урындағы халыҡтың электр утын күп ҡулланыуына бәйле. Йорттар электр селтәрҙәре ярҙамында йылытыла. Бер техника ла утһыҙ эшләй алмай. Бигерәк тә дистанцион форматта эшләүселәр өсөн был мәсьәлә ауыр шарттарға ҡуя.
Ҡала мөхитенән арығандар бында күсенә, шуға күрә һуңғы арала ауыл ҙурая. Әммә яңы тормош башларға теләп килеүселәр, утһыҙлыҡ мәсьәләһе менән көрәшергә мөжбүр. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, мәсьәләне хәл итеү маҡсатында өҫтәмә трансформатор ҙа ҡуйыла. Әммә барыбер «яҡтыла» йәшәү оҙаҡҡа һуҙылмай.
Әлеге ваҡытта Нуғай ауылы халҡы Электр менән тәьмин итеүсе компания, Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте һәм прокуратураға ялыуҙар ебәрергә ниәтләй. Сөнки һыуыҡ йортта йәшәү сәләмәтлекте ҡашата. Мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләү маҡсатында урындағы хакимиәт комиссия ултырышы үткәрә.
Илгиз Әхтәрйәнов, Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәтенең алыҫ урынлашҡан территориялар менән эш буйынса бүлек етәксеһе
Комиссия ултырышына Нуғай ауылын хеҙмәтләндереүсе компания вәкилдәре йыйылды. Яҡын арала берҙәм диспетчер хеҙмәтен һәм авария бригадаһын булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Шулай уҡ яңы электр үткәреүсе ҡоролма төҙөүҙе хәл иттек. Яңы йылға тиклем уны асыу күҙаллана.
Әлеге көнгә тиклем Нуғай ауылын электр уты менән бер нисә ойошма хеҙмәтләндерә. Был хоҡуҡты «Электрические сети» компанияһына күсереү планлаштырыла, тине Октябрь районы хакимиәте хеҙмәткәре. Ул саҡта килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү мөмкинлеге буласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова.