Ҡырмыҫҡалы районында меңәрләгән балыҡ боҙға ҡуша туңған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Урында йәшәүселәр Ҡушҡар күлендәге ғәҙәттән тыш хәлде видеоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалған. Улар әйтеүенсә, һыу ятҡылығына балыҡтар ыуылдырыҡ сәсергә инә. Көҙөн иһә улар быуа буйлап кире Ағиҙелгә төшә. Ләкин быйыл ҡоролма ябылған. Ҙур һыуҙан айырылған балыҡтар һауа етмәүҙән һәләк булған. Һөҙөмтәлә боҙ менән ҡуша туңғандар.

Был тәбиғи күренеш. Кешенең ҡыҫылышы юҡ. Балыҡ ыуылдырыҡ сәсеүгә ингән дә һыуҙың һайығыуы сәбәпле кире сыға алмаған. Беҙҙең белгестәр күлгә барҙы. Был хәл тураһында хәбәрҙарбыҙ.

Рәлим Хажиев, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы бүлеге белгесе

Айнур Кәбиров.