Башҡаланан сыҡҡан ерҙә, билдәле сауҙа үҙәктәре урынлашҡан майҙанда асылған обьекттың исеме есеменә тура килә.
Бында йылдың төрлө миҙгелендә лә ваҡытты күңелле һәм файҙалы итеп уҙғарыу өсөн тулы мөмкинлектәр ҡаралған. Дизайнерҙар тәҡдиме менән паркта бормаланып аҡан йылға формаһындағы йәйәүлеләр һуҡмағы эшләнгән. Ә скейт зонала рәхәтләнеп шыуырға, яңы хәрәкәттәр үҙләштерергә мөмкин. Әле парк кафелар иллюминацияларҙан балҡып торһа, йәй майҙан йәшелеккә күмеләсәк. Бында быуа, шарлауыҡ эшәлүә ҡаралған.
Хужалар әйтеүенсә, хәҙерге һатып алыусыларҙы заманса сауҙа үҙәктәре, хеҙмәтләндереү кимәле менән генә йәлеп итеп булмай. Кешеләрҙең талабы арта, улар сауҙа үҙәктәрендә бар уңайлыҡтар тыуҙырылыуын теләй. Мегапарктар әлегә тиклем Мәскәү, Санкт-Петербур, Ҡазан, Ростов ҡалаларында асылған, хәҙер был исемлектә Башҡортостандың баш ҡалаһы ла бар.
Рәмзиә Кәримова.