Башҡортостан халҡы 13 меңдән ашыу йорт һалып ингән

Быйыл 11 айҙа республикала 2 миллион 139 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был күрһәткес былтырғы осорға ҡарағанда, 10 процентҡа күберәк. Торлаҡ төҙөлөшөнөң байтаҡ өлөшө шәхси йорт һалып инеүселәргә тура килә.