1 ғинуарҙан медицина ойошмалары, сауҙа нөктәләре, келәт һәм базалар янында тәмәке тартыу тыйыла. Көйрәтеү өсөн айырым урындар булдырылырға тейеш. Янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлешенә бәйле яңы сикләү индерелә. Илдә 2013 йылдан йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу тыйылды. Исемлектә мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, спорт ойошмалары, вокзал, аэропорттар күрһәтелгән.