Башҡортостандан Семен Елистратов – Рәсәй чемпионы

Мәскәү өлкәһендә шорт-трек буйынса ярыш үтте. Спортсылар күп алышта көслөләрҙе асыҡланы. 500, 1 мең, 1 мең 500 һәм 3 мең метр арауыҡҡа уҙыш һөҙөмтәләре буйынса Семен Елистратов иң күп мәрәй йыйҙы һәм еңеүсе булды.