Рәсәй хоккейсылары донъя чемпионаты алдынан контроль уйын үткәрҙе

Канадала йәштәр командалары араһында донъя беренселеге үтә. Турнир алдынан Рәсәй хоккейсылары майҙан хужалары менән иптәштәрсә уйын үткәрҙе. Унда Канада 1-0 иҫәбенә еңеү яуланы. Рәсәй командаһы составында “Салауат Юлаев” клубынан Родион Әмиров, Данил Башкиров һәм Шакир Мөхәмәҙуллин сығыш яһай. Чемпионат 25 декабрҙә башлана.