Конституция беҙҙең республиканың мөһим документы, ҡануниәт нигеҙе булып тора. Унда демократик хоҡуҡи дәүләт ҡоролошоноң төп принциптары нығытылған, социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәре яҙылған. Төп закон кеше хоҡуҡтары һәм иркен иң юғары ҡиммәт тип, ә уларҙың үтәлешен күҙәтеүҙе һәм яҡлауҙы дәүләттең бурысы тип иғлан итә.