Ҡырмыҫҡалы районы Үрге Төкөн ауылы эргәһендәге күлдә балыҡтар боҙға ҡуша туңған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, көндәрҙең һыуыҡ тороуы сәбәпле, балыҡтар Ағиҙелгә төшөп өлгөрмәй һәләк була. Экологик проблемаға битараф булмаған балыҡсылар мәсьәләне үҙаллы хәл итә алмай, сөнки Ҡушҡар күле - дәүләт ҡарамағындағы тәбиғи объект. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Һатыуға теҙеп һалынған төҫлө йөҙәрләгән балыҡ боҙ аҫтында туң килеш ята. Үрге Төкөн ауылы эргәһендәге Ҡушҡар күлендә меңәрләгән балыҡ ҡырыла. Бында алабуға, табан, суртан, ҡорман һәм башҡа төрлө балыҡтар һәләк була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы сәнәғәт кимәлендә балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән Миҙхәт Йомағолов тәүгеләрҙән булып туң балыҡтарға юлыға.

Миҙхәт Йомағолов әйтеүенсә, һыу ятҡылығына балыҡтар ыуылдырыҡ сәсергә инә. Көҙ быуа буйлап кире Ағиҙелгә төшә. Ләкин быйыл ҡоролма ябылған була. Ҙур һыуҙан айырылған балыҡтар һауа етмәүҙән  һәләк була. Хужаһыҙ күлде үҙаллы ҡаҙып балыҡтарҙы сығарыу өсөн ҡоролмалар  ҡуйыу ҙа тыйыла, шуға ла балыҡтарҙы ҡотҡарыу мөмкин түгел.

Экологтар Ҡушҡар күлендәге хәл менән хәбәрҙар,  мәсьәләне хәл итеү өсөн тикшереү ойошторола. Әммә был осраҡ буйынса ғәйепле кешене билдәләп булмай, һүҙ тәбиғи күренеш тураһында бара.

Был тәбиғи күренеш. Кешенең ҡыҫылышы юҡ. Балыҡ ыуылдырыҡ сәсеүгә ингән дә һыуҙың һайығыуы сәбәпле кире сыға алмаған. Беҙҙең белгестәр күлгә барҙы.

Рәлим Хажиев, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы бүлеге белгесе

Көҙгөһөн төбәктә ямғыр аҙ яуыуы,Ҡушҡар күле буйында ҡамыштар күпләп үҫеүе, күлдең һайыуы һәм башҡа сәбәптәр балыҡтарҙың ҡырылыуына килтерә. Урындағы халыҡ башҡа йылдарҙа балыҡтарға Ағиҙелгә ағып китеү өсөн ярҙам итә алғанда экологик хәл киҫкен тормаған. Ҡыштың икенсе яртыһы һыуыҡ көндәр торасаҡ тигән фараз балыҡсыларҙы йәнә борсоуға һала.

Флорида Ким.