«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә республикала 9 айти-үҙәк асыу ҡаралған.
Айти клубтарҙың береһе Өфө ҡалаһының «Яркий» микрорайонындағы 162-се смарт мәктәптә эшләй башлаған. Белем усағының дүртенсе ҡатындағы кабинеттар тулыһынса заманса технологиялар менән йыһазландырылған. Үҙәк 6 йүнәлеш буйынса эшләй, бында системалы администратор эшенән башлап ҡатмарлы программалар төҙөүгә тиклем өйрәнергә мөмкин. Проекты тормошҡа ашырыуға 13 миллион һум тирәһе аҡса тотонолған.
Айти үҙәк белгестәре әйтеүенсә, уҡыусылар бында ҡыҙыҡһынып йөрөй. Улар араһында заман технологияларының серҙәрен яңы ғына үҙәлштерә башлаған кескәйҙәр ҙә, башланғыс тәжрибәһе булған өлкән синыф уҡыусылары ла бар. Айти үҙәктә һәр береһенең мөмкинлегенә, кимәленә ҡарап йүнәлештәр, программалар тәҡдим ителә.
Ошонда уҡ «Кванториум» мобиль технопарктары һәм күсмә балалар стоматология кабинеттары менән таныштырыу үтте. Был станцияларҙың үҙенсәлеге шунда – улар айырым мәғариф учреждениеларын ғына хеҙмәтләндермәй, республика белем усаҡтарында ла, баш ҡала мәктәптәрендә лә балаларҙы ҡабул итә ала. Күсмә комплекстар «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә алынған. Бөгөн Башҡортостан мәктәптәренә 70 яңы автобус та тапшырлды.Улар хәүефһеҙлек талаптарына тулыһнса яуап бирә. Уҡыусыларҙы ташыу өсөн тәғәйенләнгән транспорт сараларын алыуға аҡса федераль бюджеттан бүленгән.Быйыл белем усаҡтарының техника паркы 115 автобус менән тулыланған.
Рәмзиә Кәримова.