Дауаханаларға 13 “Лада” еңел автомобиле һәм “КАМАЗ” машинаһы нигеҙендә күсмә поликлиника ҡайтарылды. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, яңы техника медицина хеҙмәткәрҙәренә Яңы йыл алдынан бүләк һәм рәхмәт йөҙөнән тапшырыла. Өфө балалар поликлиникалары, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама дауаханалары, Республика СПИД һәм йоғошло ауырыуҙар менән көрәш үҙәге, Республика балалар клиник дауаханаһы автомобилле булды. “КАМАЗ” машинаһы нигеҙендә күсмә поликлиника Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына беркетелде. Ул кәрәкле бөтә медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Дауахана баш табибы Шамил Булатов һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл Башҡортостанда медицина техникаһы паркы ярайһы яңыртылды. 50 ашығыс ярҙам машинаһы, балаларға кисектергеһеҙ ярҙам өсөн 12 автомобиль, 8 күсмә маммограф һәм “КАМАЗ” машинаһы нигеҙендә күсмә поликлиника һатып алынды.