Башҡортостанда “Алға” махсус иҡтисади зонаны киңәйтеү ҡарала

Республика Башлығы Радий Хәбиров Күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе. Унда махсус иҡтисади зонаны булдырыуға бәйле тәүге йомғаҡ яһалды. Биләмәгә резиденттар 10 миллиард һум инвестиция йәлеп итергә ниәтләй. Проекттар тормошҡа ашҡанда, 1 мең ярым эш урыны барлыҡҡа килә. Әле 6 ҙур ойошма эшләргә теләк белдергән. Бында төҙөлөш-ҡорау эштәре башланған. Радий Хәбиров әйтеүенсә, биләмәнең байтаҡ өлөшө ҡуртымға алынған йәки резервҡа ҡуйылған. Шуға зонаны киңәйтеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим ителде.