Радий Хәбиров “Теләк шыршыһы” хәйриә акцияһында ҡатнашты. 9 йәшлек Миша Ҡыш Бабайҙан микроскоп һораған. Кисә Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре малайға бүләген алып барып бирҙе. Быға тиклем Радий Хәбиров исеменән Ишембайҙан 65 йәшлек ханымға компьютер планшеты тапшырылды. “Теләк шыршыһы” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһында сәйәсмәндәр, билдәле кешеләр ҡатнаша. Улар мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, инвалидтар һәм пенсионерҙар теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итә.