“Инвестиция сәғәте” ултырышында ауыл хужалығы һәм сәнәғәт өлкәһендә проекттар ҡаралды

Башҡортостанда майлы культуралар орлоғо етештереү үҙәге, агротехника өсөн запас частар сығарыу заводы һәм быраулау ҡорамалдары эшләү предприятиеһы барлыҡҡа килә. “Инвестиция сәғәте” ултырышында ауыл хужалығы һәм сәнәғәт өлкәһендә проекттар ҡаралды. Ултырышты Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. Благовар районында майлы культуралар экспорт-логистика һәм фәнни-етештереү үҙәге булдырыу ҡарала. Бында хужалыҡтар өсөн орлоҡ сығарыла, шулай уҡ эшкәртеү цехы була. Инвестор 229 миллион һум йәлеп итергә ниәтләй. Дәүләкәндә импорт агротехникаһы өсөн запас частары сығарыу планлаштырыла. Бының өсөн эшҡыуар 100 миллион һум һалырға иҫәп тота. Ишембайҙа нефть ятҡылыҡтарын капиталь ремонтлау һәм үҙләштереү өсөн быраулау ҡорамалдары, күтәрелмәле агрегат етешереүҙе яңыртыу ҡарала. Бының өсөн 840 миллион һум тотонола. Радий Хәбиров бөтә проекттарҙы хупланы һәм тейешле министрлыҡтарға инвесторҙарға ярҙам күрһәтеүҙе йөкмәтте.