Уларҙың 60-ҡа яҡыны көҙгө сессияла хупланған. Бөгөн был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролай рәйесе Константин Толкачев матбуғат конференцияһында белдерҙе. Ул журналистарҙың һорауҙарына онлайн тәртиптә яуап бирҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДепутаттар үҙмәшғүлдәрҙең хоҡуҡтарын яҡлаған закон да ҡабул итте. Ҡанун ундай кешеләргә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡаралған ярҙам сараларын алыу форсатын бирә. Бында шулай уҡ льготалы кредиттар һәм субсидиялар инә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан парламенты депутаттары федераль ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса ла әүҙем эшләгән. Ҡарттар йорто эшмәкәрлеген мотлаҡ лицензиялау, умарталарға яҡын булған биләмәләрҙе пестицид һәм агрохимикаттар менән эшкәртеүҙе алдан иҫкәртеүҙе талап иткән закон проекттары әҙерләнгән.