Башҡортостанда быйыл кесе эшҡыуарҙарға яҡынса 34 миллиард 600 миллион һумға льгота бирелгән

Республика Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирус пандемияһы шарттарында бизнес даирә вәкилдәре 8 мең 200-ҙән ашыу төр ташлама менән файҙаланған. Эшҡыуарҙар “кредит каникулы” юллаған, эш хаҡы түләү өсөн процентһыҙ займ алған, шулай уҡ кредит түләү шарттарын үҙгәрткән.