Быйыл Башҡортостан парламенты депутаттары федераль ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса әүҙем эшләгән

Бөгөн был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролай рәйесе Константин Толкачев матбуғат конференцияһында белдерҙе. Ул журналистар һорауҙарына онлайн тәртиптә яуап бирҙе. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары быйыл 150-нән ашыу закон ҡабул иткән. Уларҙың байтағы пандемия шарттарында граждандарға һәм иҡтисадҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. 50-гә яҡын тармаҡ  мөлкәт һалымынан азат ителде.