Башҡортостанда йыл һайын 120- 150 яңы объект сафҡа инергә тейеш

Your browser doesn't support HTML5 video.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттары менән бәйле проблеманы хәл итеү өсөн Башҡортостанда йыл һайын 120- 150 яңы объект сафҡа инергә тейеш. Был турала Радий Хәбиров онлайт форматта ойошторолған сираттағы «Сәләмәтлек сәғәте»ндә белдерҙе. 

Быйылғы һуңғы видеокәңәшмәлә йыл йомғаҡтары барланды. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, уҙып барған йылда ауылдарҙа яңы 120 фелдьшер-акушерлыҡ пункты асылған, 3 табип амбулаторияһы төҙөкләндерелгән.

Өфөлә республика онкология диспансерының яңы корпусы эшләй башлаған. Бынан тыш, төбәктә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы поликлиникаһын, балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген, Учалыла хирургия корпусын төҙөү дауам итә. Быйыл 50 ашығыс ярҙам машинаһы, 8 күсмә маммография кабинеты, «КАМАЗ» автомобиле базаһына мобиль поликлиника һатып алынған.

Илдар Байбулатов.