Баймаҡ районы Иҫән ауылына зәңгәр яғыулыҡ үткәрелә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Республика аддреслы инвестиция программаһы буйынса ауылды газға тоташтырыу эше башланды. Ошо маҡсатта дәүләт ҡаҙнаһынан 17 миллион ярым һум аҡса бүленгән.

Иҫән ауылында йәшәүсе Рәйсә һәм Дамир Ҡорбанғәлиевтар ауылға зәңгәр яғыулыҡ үтеүен ишеткәс сикһеҙ ҡыуаналар.Сөнки ҙур йортто йылытыу оло кешеләргә бик ауырға һәм ҡыйбатҡа төшә.Йыл әйләнәһенә йортто йылытыу өсөн 7 машина утын сарыф ителә.Йәш саҡта был ауырлыҡ һиҙелмәһә лә, олоғая килә утын яғыуы ауырға төшә‐ти улар.

«Газпром» ойошмаһының Сибай филиалы көҙҙән алып ауыл янында түбән баҫымлы газ торбаһы һала башланы. Ноябрь айында йорттарына ҙәңгәр яғыулыҡ үткәрергә теләүселәр менән сход үткәрелде.