Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында һөҙөмтәләрҙе барлау ултырышы үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшҡыуарлыҡ комиссияһы йүнселлекте үҫтереү, дәүләт структуралары араһында бәйләнеш булдырыу һәм уның социаль йүнәлешен билдәләү тураһындағы һорауҙарҙы хәл итә. Комиссия ағзалары һөҙөмтәләрҙе барлау ултырышына йыйылды.

Онлайн форматтағы конференцияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Моратов һәм яуаплы ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. Рөстәм Моратов башҡорт йәмәғәт ойошмаһының эшҡыуарлыҡ буйынса проекттарының дәүләт тарафынан хупланыуын белдерҙе.

Республикала быйыл юлдарҙа заманса сервис ойоштороу буйынса ҙур проект башланды. Унда мотлаҡ Башҡортостандың йөҙөн билдәләрҙәй элементтар - башҡорт милли аш-һыуы, сувенирҙар, халыҡ көсептәре тауарҙары, брендтар мотлаҡ урын алырға тейеш. Йәғни, республика менән танышыу юлда уҡ башлана.

Һуңғы арала эске туризмды күтәреү тураһында маҡсат ҡуйылды бит инде. Башҡортостанда ла. Әле Рәсәйҙә һуңғы пресс-конференцияла ла Владимир Путин эске туризмды күтәрергә кәрәк,тип әйтте бит инде. Был – мөһим маҡсаттарҙың береһе. Беҙ ошо проекттарҙы эшләп, конференцияла төрлө ведомстволарға мөрәжәғәт иттек.

Айгиз Ханов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшҡыуарлыҡ комиссияһы эксперты

“Урал легендалары” проекты  халҡыбыҙҙың милли мираҫы - эпостар аша тотош туристик проект тәҡдим итә. “Башҡортостандың йәшмә, алтын, баҡыр билбауҙары” проекты беҙҙең төбәктең уникаль күренештәре, тәбиғәте, байлығы менән таныштырыу программаларын үҙ эсенә ала.

Мин башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәргә Башҡортостан продукттарын сығарарға тәҡдим иттем инде. Һәм киләсәктә был тәҡдим хупланыр тип ышанам. Һәм бөтә региондарға кооператив  аша сығырбыҙ, тип ышанам. Башҡорттар бик теләһәләр, еще какой эшҡыуар. Теләктәре булған башҡорттар эшҡыуар ҙа, улар батыр ҙа, улар иң яҡшы эшселәр ҙә. Бөтә Себер башҡорттар арҡаһында күтәрелгән тиһәм дә, алдау булмаҫ, тип уйлайым.

Айнур Сәғитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшҡыуарлыҡ комиссияһы эксперты

Әлеге заманда эшҡыуарлыҡ халыҡҡа яҡынайҙы тигәндә лә хата булмаҫ. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем ошо ерҙең вәкиле булараҡ, финанс һәм юридик яҡтан нигеҙләнгән социаль проекттары менән төрлө дәүләт гранттары аша этно, агро,эко, гастротурҙар ойоштора ала. Рәсәйҙә әлегә берҙән -бер - “Янғантау” геопаркы эшләй башланы. Сиратта – “Торатау” геопаркы проектын тормошҡа ашырыу көтөлә.

Рәшиҙә Ишембәтова