Онлайн форматта ойошторолған сираттағы «Инвестиция сәғәте»ндә йыл йомғаҡтары барланып, сәнәғәттең һәм ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар тикшерелде.
Атап әйткәндә, Благовар районында майлы культураларҙың экспорт-логистика һәм фәнни-етештереү үҙәген асыу планлаштырыла. Дөйөм ивестициялар күләме 229 миллион һум тәшкил итәсәк. Дәүләкән районында яңы производство проекты менән «Агротехсервис» компанияһы етәксеһе Әлмир Фәйзуллин таныштырҙы.
Инвестор элекке «Сельмаш» заводы майҙансығында сит ил агротехникаһы өсөн запас частар сығарырға, Ишембайҙағы «Иҙел нефтемаш» предприятиеһы вәкилдәре механика-эшкәртеү һәм ҡойоу производствоһын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырырға ниәтләй. Күләмле проектҡа булышлыҡ итеү өсөн заводты «Алға» махсус иҡтисади зонаһына индерергә тәҡдим ителде.
Илдар Байбулатов.