Балаларға – Яңы йыл бүләге!

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфө ҡала хакимиәте бағыусылар менән берлектә ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм малай-ҡыҙҙарға татлы күстәнәстәр тарата. Яңы йыл алдынан ойошторолған акция баш ҡаланың алты социаль учреждениеһында үтте. Сара һәләтле балаларҙың концерт номерҙарынан төҙөлгән тантана менән тамамланды. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Ҡыш бабайға шиғыр ятланған, ә уның бүләктәре әҙерме икән? Инорс биҫтәһендә эшләп килгән «Ғаилә» үҙәгендә 66 бала тәрбиәләнә. Бында ауыр тормош хәлендә ҡалған сабыйҙар социаль реабилитация үтә. Һәр сабый өсөн Яңы йыл иң көтөп алған байрамдарҙың береһе. Шуға күрә әҙерлек тә етди. Шиғыр, йыр һүҙҙәрен ятлайҙар, бейеү хәрәкәттәрен өйрәнәләр. Кескәйҙәр Яңы йыл байрамын ни өсөн көткәндәре тураһында ла бүлеште.

Өфөлә үтеп барған йылдың һуңғы көндәрендә хәйриә акцияһы бара. Уның сиктәрендә ата-әсә ҡарауығынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, бүләктәр, тәмлекәстәр тапшырыла. Акцияның ойоштороусыһы булып баш ҡала хакимиәте сығыш яһай. Уларға ҙур компаниялар, эшҡыуарҙар һәм депутаттар ҡушыла.

Әлбиттә, бизнес социаль яуаплы булырға тейеш. Әгәр кемдер аҡса күсереү  теләге тыуа икән, шикләнмәйенсә беҙҙең ветерандарға, пенсионер һәм балаларға ярҙам күрһәтә ала. Яңы йыл байрамдарында ғына түгел, көн һайын ярҙамға мохтаж кешеләр бик күп.

Алина Сөләймәнова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан бүләкте Республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә алды. Учреждениела 116 сабый йәшәй. Улар өсөн дә татлы күстәнәс, киләһе йыл символы уйынсығын һәм кондитер изделелары бүләк ителде. Ҡыш бабай ҡотлауҙарын балалар ғына түгел, тәрбиәселәр ҙә ҡыуанып ҡабул итә.

Бынан тыш, «Балаларға Яңы йыл бүләк ит» проекты ла эшләп килә. Былтыр поект ярҙамында һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 500  балаға  бүләк тапшырыла. Был юлы 85 сабыйға ярҙам күрһәтеү күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова.