Бөтә Рәсәй «Теләктәр шыршыһы» марафоны дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был юлы акцияға республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин ҡушылды. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһенә Өфөлә йәшәүсе 6 йәшлек Даниил Хабаровтың рулле сана тураһындағы хыялы эләкте. Ә артист ете йәшлек Аделинаның теләген тормошҡа ашырҙы. Ҡыҙ Радик Юлъяҡшин менән бергә йырлау тураһында хыялланған.

Бөтә Рәсәй акцияһынан Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин да ситтә ҡалманы. Ул шыршынан бер юлы 6 хыял хатын ысҡындырҙы. Төрлө йәштәге балаларҙың теләктәрен уҡып, яҡын көндәрҙә тормошҡа ашырасағын белдерҙе. Ҡыҙҙар-малайҙар ҡурай, тау-саңғыһы ҡорамалдары, велосипед алыу хыялдары менән уртаҡлашҡан.

Әйткәндәй, Өфөлә йәшәүсе 9 йәшлек Михаил Манулин Башҡортостан Башлығынан бүләк алды. Ил күләмендә барған «Теләктәр шыршыһы» акцияһында Радий Хәбиров беренселәрҙән булып ҡатнашты. Ул шыршыға эленгән өс уйынсыҡ шарҙы алды һәм уларҙың береһе Мишаныҡы булып сыҡты. Пандемия осоронда әсәһе менән энциклопедиялар уҡыған һәм бактериялар тормошо менән ҡыҙыҡһынған малай  уларҙы ентекләберәк өйрәнеү өсөн микроскоп тураһында хыялланған булған.

Азат Ғәлиуллин.