Өфө-Ырымбур трассаһында электр яҡтыртыу ҡоролмаларының тәүге линияһы сафҡа индерелде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Электр энергияһын һаҡсыл ҡуланған фонарҙәр «Өфө» аэропортына боролоштан алып Булгаков ауылына тиклем ҡуйылған. Проект буйынса яҡтыртыу ҡоролмаларын урынлаштырыу артабан да дауам итәсәк. Ул Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклем юлды, йәғни 113 километр арауыҡты үҙ эсенә ала. Был участкала фонарҙәр киләһе йыл барышында ҡабынасаҡ. Шулай уҡ трассаның «Баҡсалар» туҡталышы янында йәйәүлеләр өсөн үткәүел дә асылған.

Йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында беҙ үткәүелде юл өҫтөнән эшләнек. Был тирәлә баҡсалар күп, йәмәғәт транспорты ла йыш йөрөй.  Шуға күрә үткәүелгә ихтыяж күптән бар ине. Уны беҙ заманса материалдарҙан, уңайлы итеп эшләнек.

Азамат Илембәтов, «Приуралье» федераль автомобилдәр юлы идаралығы етәксеһе

Рәмзиә Кәримова.