Ауылда заманса, иркен медицина учреждениеһы үҙ ишектәрен асты. Объект районда быйыл файҙаланыуға тапшырылған дүртенсе фельдшер-акушерлыҡ пункты. Хәйбуллала медицина хеҙмәтләндереүе сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән эштәр хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Мәрйәм Әбүбәкерова ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуға ҡыуанып бөтә алмай. Ғүмер буйы ошонда фельдшер булып эшләгән ханым төпкөлдәр өсөн медицина учреждениеһының әһәмиәтен яҡшы аңлай. Сәләмәтлеге менән проблема булған олоһо ла, йәше лә тәү сиратта тап ауыл пунктына мөрәжәғәт итә. Хәҙер инде Мәрйәм Әбүбәкерова үҙе лә хаҡлы ялда, табиптар ярҙамына мохтаж сағы ла була. Шарттар булдырылһа йәштәр ҙә ауылда төпләнәсәк, ти ул.
Әбүбәкер район үҙәгенән йыраҡ түгел, әммә ауылда йәшәгән 600-ҙән ашыу кешенең күбеһе оло йәштәгеләр. Ә уларға юл йөрөү еңел түгел. Яңы медицина учреждениеһында иһә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Сисенеү, ҡабул итеү, процедуралар эшләү, хужалыҡ әйберҙәрен һаҡлау бүләмләре айырым, һәр береһе иркен, яҡты.
Хакимиәт етәкселәре әйтеүенсә, ауылдарҙа медицина обьекттарын төҙөү артабан да дауам итәсәк. Был эшмәкәрлек федераль һәм республика программалары сиктәрендә алып барыла. Әбүбәкер ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты ла «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса сафҡа индерелгән. Ошо маҡсатта 2 миллион 200 мең һум һум аҡса йүнәлтелгән.
Рәмзиә Кәримова.