Ағиҙелдә диңгеҙ һауаһы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ағиҙел ҡалаһының 1-се балалар баҡсаһында «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы» сиктәрендә тоҙ шахтаһы эш башланы. Ул ата-әсәләр һорауы буйынса булдырыла. Проект хаҡы ярты миллион һум самаһы. Иҙән, түшәм, стеналарҙың барыһы ла тоҙҙан тора.

Махсус ҡоролма бүлмәләге температураны, һауа баҫымын һәм дымлылыҡлы контролдә тота. Бер курс диңгеҙ һауаһын алмаштырыу көсөнә эйә, тигән фекерҙә учреждение етәкселеге. Процедура яҡынса 15 минутҡа иҫәпләнгән. Ул тын юлдарын, астма, бронхит һәм башҡа күп ауырыуҙарҙы дауалау мөмкинлеген бирә.

Әйткәндәй, күптән түгел Ағиҙел ҡалаһының 2-се мәктәбендә стоматология кабинеты асылды. Ул «Ҡанатлан» республика мәғариф проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уҡыусылар ҡала дауаханаһында түгел, ә белем усағында уҡ тештәрен бушлай дауалай ала.

Азат Ғәлиуллин.