Сауҙа майҙандарында һыйыр, йылҡы, ҡош ите, ҡаҙылыҡ, һөт ризыҡтары, бал, үҫемлек һәм көнбағыш майы һатып алырға мөмкин. Ошонда уҡ мамыҡ шәлдәр, кейеҙҙән эшләнгән аяҡ кейемдәре, шыршы, миндек кеүек кәрәк-яраҡтар ҙа тәҡдим ителә.
Баш ҡалала сираттағы йәрминкә тиҫтәләп майҙанда ойошторолдо. Сауҙа Спорт һарайы алдында ла ҡыҙыу барҙы. Ҡала халҡы сифатлы ит һатып алып кинәнде. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр был көндәрҙә айырыуса ҡош ите үтемле булыуын билдәләй.
Азат Ғәлиуллин.