«Белая река» торлаҡ комплексы өлөшсөләренә фатир асҡыстары тапшырыла башланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тантаналы сарала республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был объект 2017 йылда уҡ сафҡа индерелергә тейеш ине, әммә төҙөлөш тотҡарлана. Киҫкен мәсьәлә тиҙҙән «Садовое кольцо» компаниялар төркөмө инвестициялары ярҙамында тулыһынса хәл ителәсәк. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Йыл аҙағына ярты меңдән ашыу өлөшсө фатирлы буласаҡ, «Белая река» торлаҡ комплексының ике секцияһында төҙөлөш тамамланған. Проблемалы объект өлөшләтә сафҡа индерелә башланы. Республика башлығы Радий Хәбиров 25 ҡатлы йорттоң әҙерлеге менән танышып, тәүге фатир асҡыстарын тапшырҙы.

Линара Шабаева торлаҡлы булыуына ниһайәт, шат. Йыл ярым элек ул Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә бер бүлмәле фатир һатып алған, әммә төҙөлөш компанияһының финанс проблемаларына бәйле өй туйлау ваҡыты тотҡарлана. Хәйер, проблемалар артта ҡалды. Ҡуртымға алып йәшәгән торлаҡтан яңы төҙөлгәненә күсенергә ваҡыт.

Былтыр июлдә «Белая река» торлаҡ комплексы 71 процентҡа ғына әҙер ине, ниһайәт быйыл апрелдә боҙ урынынан ҡуҙғалып, төҙөлөш эштәре тергеҙелде. Дөйөм алғанда проблемалы объекты сафҡа индереүгә ярты миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Был – инвестициялар. Оҙайлы төҙөлөшкә әйләнгән проектты тормошҡа ашырыу бурысы икенсе төҙөлөш ойошмаһы - «Садовое кольцо» компаниялар төркөмөнә йөкмәтелгәйне. Вәғәҙәләр үтәлә. Ике секцияла эштәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлана, ҡалған икәүһе буйынса һорау киләһе йыл аҙағында ябыласаҡ.

Тәүге тапҡыр икенсе компания эшен дауам итәбеҙ. Был бик ауыр һәм ҡатмарлы. Беҙгә ярты өй әҙер, еңел буласаҡ тиһәләр ҙә, ысынында киреһенсә - ауырға төштө. Үҙгәртеп төҙөргә тура килә, сөнки йорт өсөн яуаплылыҡ тап беҙҙең компания иңендә буласаҡ.

Сергей Колунов, «Садовое кольцо» компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы рәйесе

«Садовое кольцо» компанияһы «Ленин янындағы өй», «Эрмитаж.Ҡала советы», «Московский» торлаҡ комплекстары төҙөлөшө өсөн дә яуаплы. Дөйөм алғанда, йыл аҙағына тиклем ойошма 843 өлөшсөнө фатирлы итәсәк. Ғөмүмән, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда ла, республикала ыңғай динамика күҙәтелә.

Быйыл үҙ көсөбөҙ менән меңгә яҡын өлөшсөнө торлаҡлы итәбеҙ. Киләһе ике йылда федераль фонд ярҙамында тағы ла өс мең ярым кеше фатир асҡысы аласаҡ. Килешеүҙәр төҙөлгән. Барлыҡ объекттар буйынса ла эш бара.

Рәиф Абдрахимов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров 2023 йыл аҙағына тиклем алданған өлөшсөләр проблемаһын тулыһынса хәл итергә ҡушты. Әлегә төбәктә ете мең ярым кеше оҙайлы төҙөлөшкә нөктә ҡуйылыуын көтә.

Гөлназ Хәйбуллина.