Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрә. Ултырыш әлеге минуттарҙа башланып тора. Видеоэлемтә ярҙамында, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, район һәм ҡала башлыҡтары менән коронавирус таралыуҙы сикләү саралары, уҙған аҙнала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт тармағындағы хәлдәр ҡарала. Ултырышта уҙып барған йылда республиканың социаль-иҡтисади үҫеше һәм милли проекттар үтәлешенә яҡынса йомғаҡ яһала. Бынан тыш, йыл дауамында район һәм ҡала башлыҡтары эшенә баһа бирелә. Кәңәшмәне тура эфирҙа күҙәтергә мөмкин.