Баш ҡалала “Урал Батыр” тип аталған көс экстримы буйынса республика турниры үтте. Уны дүрт тапҡыр Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин ойошторҙо. Ярышта илдең төрлө төбәктәренән 10 спортсы ҡатнашты. Турнирға Республика Башлығы Радий Хәбиров килде. Социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәһендә Радий Хәбиров пандемияға ҡарамаҫтан, физкультура, этник спорт төрҙәре, башҡорт уйындары һәм Рәсәй халыҡтары ярыштарын үҫтерәбеҙ тип яҙған һәм халыҡҡа сәләмәтлек теләгән.
“Урал Батыр” бәйгеһендә бәһлеүәндәр 5 төр ярышта көс һынашты. Эльбрус Ниғмәтуллин турнирҙы ойоштороу өсөн үҙе яһаған спорт ҡорамалдарын алып килгән. Ул бәйгегә яҡшы баһа бирҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКөс экстримы ярышында Белгородтан 23 йәшлек Давид Шамей еңеү яуланы. Икенсе-өсөнсө урынды Мәскәүҙән Максим Дворецкий һәм Дмитрий Логунов бүлеште.