Награданы бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Генерал Шайморатов ордены уҙған йыл аҙағында булдырылды. Ул йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа, ғүмергә хәүеф янаған шарттарҙа хәрби, хеҙмәт һәм гражданлыҡ бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәтеүселәргә бирелә.