Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы

27 декабрь илдә ҡотҡарыусылар көнө билдәләнә. Быйыл Рәсәйҙә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ойошторолоуға 30 йыл, Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты булдырыуға 5 йыл тула. “Үҙ эшенең оҫталары – ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр, водолоздар, кинологтар, психологтар һеҙ башҡалар өсөн үҙ ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйып алдан көтөлмәгән, ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ, уникаль авария-ҡотҡарыу эштәре үткәрәһегеҙ, шәхси батырлыҡ күрһәтәһегеҙ,” – тип билдәләнә Республика Башлығы ҡотлауында. Башҡортостан ҡотҡарыусылары быйыл төрлө ваҡиғаларҙа 1 мең ярым кеше ғүмерен ҡотҡарып алып алған.