Тантанала беренсе вице-премьер – Республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов ҡатнашты. Ауыл клубы уҙған быуаттың 90-сы йылдарында төҙөлгән. Капиталь ремонт “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса үткәрелгән. Бының өсөн 16 миллион һум бүленде. Мәҙәниәт йорто мөдире Фирүзә Бүләкова һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМәҙәниәт йорто алдында башҡорт батыры Алдар Иҫәкәевҡа һәйкәл асылды. Алдар батыр сығышы менән ошо яҡтарҙан, ул тархан дәрәжәһенә эйә була һәм Бөрйән улысы старшинаһы вазифаһын башҡара. Һәйкәл авторы – танылған скульптор Өлфәт Ҡобағошев. Ул беҙҙең радиоға Алдар батыр һынын эшләү барышы менән таныштырҙы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Мәҙәниәт” милли проекты буйынса быйыл республикала 1 миллиард 300 миллион һум тотонолған. Был аҡсаға 4 мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелгән, 4 моделле китапхана асылған, музыка ҡоралдары һатып алынған, 5 автоклуб ҡайтарылған, 6 кинозал йыһазландырылған, 3 виртуаль концерт залы булдырылған.