Башҡортостан Прокуратураһы ике йәш бала һәм ир-егет үлеүе сәбәпле тикшереү үткәрә

Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республика буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 37 йәшлек ир кәләше менән әрләшкәндән һуң, 6 йәшлек улы һәм бер йәшлек ҡыҙын автомобилдә алып сығып китә. Һуңынан еңел машина Дәүләкән районы Өршәк йылғаһы буйында табыла. Салонда өс кеше үле кәүҙәһе булған. Балалар һәм уларҙың атаһы төтөн еҫенә ағыуланып үлгән, тип хәбәр итәләр ведомствонан.