Проект Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ойошторолдо. Өс сәғәтлек эфир барышында белгестәр төрлө йүнәлештә кәңәштәре менән уртаҡлашты, оҫталыҡ дәрестәре алып барылды. Ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, проект авторы, Республика башлығы ҡатыны Каринэ Хәбирова, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, йырсы Ришат Төхвәтуллин, хоккейсы Григорий Панин, шулай уҡ психолог, табип, дизайнер-стилистар булды. Марафон барышында “Теләктәрҙе бойомға ашырыу биләмәһе” тигән темаға һөйләшеү ойошторолдо. Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, һәр кемгә хыялланырға белергә кәрәк. Дөрөҫ алымдар ҡулланғанда, теләктәр мотлаҡ бойомға аша.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы ҡунаҡханаһына Республика Башлығы ла килде. Радий Хәбиров менән әңгәмәлә ғаиләлә ир-егет роленә бәйле һөйләшеү булды. Республика Башлығы атайҙарға йәкшәмбене ғаиләгә бағышларға саҡырҙы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Быға тиклем Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Дәүләкән, Ишембай, Учалы, Баймаҡ, Иглин, Шишмә һәм Бәләйбәйҙә саралар үтте. Унда 23 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ноябрҙә проект беренсе тапҡыр телевизион форматта ойошторолдо.