Башҡортостан һәм “Ростех” корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Мәскәүҙә үткән Ведомство-ара комиссияның йомғаҡлау ултырышы менән таныштырҙы. “Госкорпорацияның Өфөнөң 450 һәм Өфө моторҙар төҙөү заводының 100 йыллыҡ юбилейына әҙерлеккә ярҙамы буйынса фекер алыштыҡ. 2020 йыл бөтә ил өсөн еңелдән булманы. КумАПП, “БелЗАН”, “Станкостроение” кеүек ҙур ойошмалар ҙа көрсөккә инде. Хәҙер берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә  беҙҙең предприятиеларҙа үҫеш перспективаһы бар. “Ростех” ярҙамы менән Күмертау аваиация ойошмаһында етештерелгән продкция күләме 6 миллиардтан ашыр, тип көтөлә. УМПО-ла ла яңы инвестпроекттар әҙерләнә. Тағы бер йүнәлеш – Евразия фәнни-мәғариф үҙәген төҙөү”, тип яҙа Радий Хәбиров.