2021 йыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм Әүҙем оҙон ғүмер девизы аҫтында уҙасаҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерелде. Министрлыҡ, ведомство етәкселәре ҡатнашҡан һөйләшеүҙә йыл дауамында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Төп бурыстар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Эксперттар 2020 йылды иҡтисади ҡатмарлыҡтар, юғалтыуҙар осоро тип нарыҡлаһа ла, Башҡортостан пандемия шарттарын лайыҡлы үтеп килә. Ыңғай күрһәткестәр ҙә бар. Мәҫәлән, быйыл республикаға йәлеп ителгән инвестиция күләме 350 миллиард һумға етергә тейеш. Милли проекттар ҙа уңышлы тормошҡа ашырыла, уның сиктәрендә республикала обьекттар төҙөүгә федераль бюджеттан 31 миллиард һум аҡса бүленгән. Тағы ла бер мөһим күренеш – «Алға» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу. Алты компания резидент исемен алған да инде. Радий Хәбиров министрлыҡтарға пандемия мәлендә бизнесҡа ярҙам алымдары, иҡтисади үҫеш өсөн рәхмәт белдереп, яңы йүнәлештәрҙе барларға ҡушты.

Короновирус пандемияһы тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау системаһын һынау алдына ҡуйҙы. Мәкерле сир үлем күрһәткесенең артыуына ла килтергән. Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министрлығына демография мәсььәләрен хәл итеү, медицина хеҙмәткәрҙәрен реабилитациялау бурысын ҡуйҙы. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре короновирус менән көрәштә юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтте, тине Республика башлығы. Ә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин пандемия осорондағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде.

Был награданы халыҡтың сәләмәтлеге һағында торған ҙур коллективтың хеҙмәтенә баһа тип ҡабул итәм. Беҙҙең системала 15 меңгә яҡын табип, 35 мең тирәһе урта медицина персоналы эшләй, улар барыһы ла үҙ һөнәренә тоғро кешеләр.

Максим Забелин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры

Мәғариф тармағына килгәндә ҡышҡы каникулдан һуң белем алыу оффлайн форматта дауам итер тип көтөлә, йәғни уҡыусылар мәктәпкә йөрөп уҡыясаҡ. Алда -берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен яҡшыртыу бурысы тора. Министрлыҡ етәкселеге әйтеүенсә, эш алып барыла.

Әле сығарылыш синыфтары өсөн бушлай онлайн консультациялар ойошторолған, был эшкә республиканың тәжрибәле педагогтары йәлеп ителгән. Берлектәге эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирер һәм уҡыусылар юғары һөҙөмтәләр күрһәтер тип ышанам.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры

Радий Хәбиров мәҙәниәт өлкәһендә «Ауыл табибы» һымаҡ программа булдырыу бурысын да ҡуйҙы. Шулай уҡ һәр муниципаль берәмектә бушлай катоктар асыу ҙа талап ителә. Республика башлығы белдереүенсә, һаулыҡты нығытыу, халыҡты спортҡа йәлеп итеү  өсөн  бар алымдар ҙа файҙалы. Киләһе йыл да сәләмәтлек девизы аҫтында уҙасаҡ.

Бөгөнгө оператив кәңәшмә 2020 йылда һуңғыһы. Был юлы һөйләшеү оффлайн форматта барҙы. Башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау менән бергә киләсәккә бурыстар ҙа билдәләнде. Мәҫәлән, транспорт һәм юл хужалығы министрлығына киләһе йылда урамдарҙы «Паз» автобустарынан таҙартыу бурысы йөкмәтелде.

Рәмзиә Кәримова.