Өфө янындағы бишенсе кордонда криптовалюта сығарыусылар асыҡланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Мутлашыусылар электр селтәрҙәренә рөхсәтһеҙ тоташтырып биткоиндар йыуыу фермаһы ойошторған. Электр менән тәьмин итеүсе компаниянан белдереүҙәренсә, йүнселдәр меңдәрсә килооватт энергия урлаған. Селтәрҙәге өҙөклөктәр ҙә ошо эшмәкәрлеккә бәйле ти белгестәр. Урлашыу юлы менән электрон табыш алыусылар тураһында БСТ каналы Азат Ғәлиуллин һөйләй.

Был кадрҙы электромонтерҙар төшөргән. Улар Өфөнөң Киров районындағы бишенсе кордонда электр селтәрҙәрен ҡарарға килгәндә юлыға. Тиҫтәләп йорттан торған урамда 400 киловольт-амперлы трансформатор булыуына ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ электр утындағы көсөргәнешкә зарлана.

Селтәрҙәге проблемалар быйыл сентябрҙән башлана. Күрше-күлән менән һөйләшкәндә лә беҙ уның осона сыға алманыҡ. Һөҙөмтәлә, декабрҙә операторға шылтыратырға булдыҡ. Белгестәр ике-өс сәғәт эсендә килеп, мәсьәләнең ниҙә икәнлеген асыҡланы.

Андрей Максимов, 5-се кордонда йәшәүсе

Белгестәргә проблеманың осона сығыу өсөн оҙаҡ эҙләнергә  тура килмәй. Электромонтерҙарҙың иғтибарын таушалған гараж йәлеп итә. Электр бағанаһынан өймәкләшеп төшкән кабелдәр шик тыуҙыра. Асыҡланыуынса, унда электрон аҡса сығарыусыларҙың фермаһы урынлашҡан булған. Шуға ла урындағы халыҡ ток ҡеүәтенең түбән булыуына зарлана.

Өфөләге мутлашыуҙан килгән зыян күләме ике миллион һум менән баһалана. Әлбиттә, был сумма суд аша урындағы электр селтәрҙәре компанияһына ҡайтарыласаҡ. Ике осраҡ буйынса ла бөгөн эштәр көйләнгән. Урындағы халыҡ йорттарында электр утындағы көсөргәнеш күҙәтелмәй. Әгәр ҙә, республиканың башҡа төбәктәрендә лә өҙөклөктәр теркәлгән хәлдә, электр менән тәьмин итеүсе компанияға мөрәжәғәт итеү һорала.

Азат Ғәлиуллин.