Көйөргәҙе районы Ермолаев ауылында йорт алды биләмәләре яңыра

Your browser doesn't support HTML5 video.

Быйыл «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса ике объект төҙөкләндерелә. Конкурс талаптары буйынса республика һәм муниципаль бюджеттан аҡса бүленә. Финанслауҙа күп фатирлы йорт милекселәре лә ҡатнаша. Шулай уҡ ихаталар ғына түгел, подъездар ҙа яңы һулыш кисерә. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Балаларҙы хәҙер өйгә инддереүе лә ауыр. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән яңы майҙансыҡта уйнай. Ә бары тик йәй башында ғына бында ҡот осҡос хәл була. Тутыҡҡан бәүелсәктәр, ҡулдан яһалған уйын ҡоролмалары һәм хәүефһеҙ резина япмаһы урынына бетон.

Беҙҙең ғаиләбеҙ ишле, өс бала үҫтерәбеҙ. Яңы майҙансыҡта рәхәтләнеп уйнайҙар, бар нәмә лә сифатлы итеп эшләнгән. Ошоға тиклем бында хәүефле булғанлыҡтан икенсе урындарға йөрөй торғайныҡ. Хәҙер балалар ҙа күҙ алдында уйнай.

Сергей Глацких, Ермолаев ауылында йәшәүсе

Көйөргәҙе районы Ермолаев ауылында «Башҡорт ихаталары» программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Пандемия шарттарында ла 2 ихата тәртипкә килтерелә. Биләмәлә уйын, кер киптереү ҡоролмалары урынлаштырыла. Йорт хужалары теләге буйынса парковка урыны киңәйтелә, биләмә йәшелләндерелә һәм яҡтыртыла.

Ошондай уҡ эштәр күрше ихатала ла башҡарыла. Бында барыһы өсөн дә саф һауала ял итеү урыны төҙөкләндерелә. Кескәйҙәргә уйын урыны яңыртыла, үҫмерҙәргә спорт майҙаны сафҡа инә. Ә ололарға иһә эскәмйәләр һәм беседкалар ҡуйыла. Йәшәгән урынды тағы ла уңайлыраҡ һәм йәмлерәк итеү өсөн йәш үҫентеләр ултыртыла.

Ермолаев ауылында «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса эштәрҙе башҡарыу маҡсатында 4 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелә.Тәҙәкләндереү август аҙағында башланһа, ике айҙан һуң майҙансыҡтар тулыһынса сафҡа инә.

Урындағы халыҡ подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын да бик ыңғай ҡабул итә. 70-се йылдарҙа төҙөлгән биналараҙа күптән ремонт талап ителә. Шуға күрә подъездарҙы төҙөкләндереү көнүҙәк мәсьәләлгә әйләнә. Быйыл уларҙа капиталь ремонт башҡарыу өсөн республика һәм район ҡаҙнаһынан 2 миллион һум аҡса бүленә. Был суммаға өс йорттоң подъездары яңырыу кисерә. Барлыҡ эштәр фатир милекселәре фекерен иҫәпкә алып үтәлә. Хәҙер иһә күркәм һәм яҡты йорттарҙы яҡшы хәлдә тоторға урында йәшәүселәр бурыслы.

Әлфинә Килдейәрова.