Яңы йыл шыршыһы тирәләй

Your browser doesn't support HTML5 video.

Теләктәр шыршыһы Бөтә Рәсәй акцияһы балаларҙың яҡты хыялын тормошҡа ашырыуын дауам итә. Әүҙем йәмәғәтселәр, эшҡыуарҙар һәм сәйәсмәндәр яңы йыл ҡупшыҡайына эленгән шарҙарҙан малай-ҡыҙҙарҙың теләктәрен алып уҡып тормошҡа ашыра.

Өфөнөн Даниэль Хабаров теләктәр шыршыһында йыл һайын ҡатнашҡан. Ә быйыл малайҙың Яңы йыл шыршыһына эленгән шарҙағы теләге ҡабул булып, бер юлы ике төрлө бүләккә эйә булды. Уның Яңы йыл хыялын Башҡортостандың баш дәүләт инспекторы Динар Ғилметдинов тормошҡа ашырырға ярҙам итте. 

Улым үҙенсәлекле бала. Динар Заһит улы уға ҡарҙа шыуа торған скутер бүләк итте. 3 ғинуарҙа 6 йәш туласаҡ, был байрамын да иғтибарға алып тәгәрмәсле скутер тапшырҙы. Беҙ бүләктәрҙе һәм күстәнәстәрҙе Яңы йыл тылсымы тип ҡабул иттек.

Ирина Хабарова

Ым-ишара телендә аралашыусы Даниэль Хабаров бүләктәргә ихлас ҡыуанды. Республика буйынса акцияла 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Улар Яңы йыл теләктәрендә яҙылған хыялдарына ярашлы Яңы йыл бүләге алып ҡыуанасаҡ. Теләктәр февраль аҙағына тиклем үтәләсәк. Мөмкинлектәре сикләнгән һәм етем балалар, ҡаты ауырыуҙарға дусар булған өлкән быуын вәкилдәре –ҡыҫҡаһы, иғтибарға һәм ярҙамға мохтаждар барыһы ла бүләкле буласаҡ.

Даниэлды тышта тағы ла бер сюрприз көтә ине. ЮХХДИ инспекторҙары баланы үҙҙәре йөрөгән заманса автомобилдәр менән дә таныштырҙы.

Гүзәл Борханова.